06:29 (UTC+5), 01 Ноября 2023

Башҡортостанда шиғриәт бәйгеһе Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлана

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

Проект етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был юлы проект күренекле дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә «Йөрәк һүҙе. Ил ағаһы Мортаза» тип атала.

Ҡатнашырға теләүселәр башҡортса шиғыр ятлап, видеояҙманы 20 декабргә тиклем проекттың рәсми төркөмөнә ебәрергә тейеш. Финал 2024 йылдың февралендә Башҡорт опера һәм балет театрында була.

2022 йылда шиғриәт бәйгеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостанда тәүге тапҡыр республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге класс асылыуы һәм эксперттарҙың Башҡортостандың беренсе президенты тураһында энциклопедия материалдарын өйрәнә башлауы хаҡында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-01/v-bashkirii-90-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-murtazy-rahimova-posvyatyat-poeticheskiy-proekt-3501206

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика