14:53 (UTC+5), 31 Октября 2023

Башҡортостанда «Асыш» йәш яҙыусылар конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды

30 октябрҙә Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы иғлан иткән «Асыш» конкурсына әҫәрҙәр ҡабул итеү тамамланды. Ойоштороусыларға башҡорт телендә — 30-ға яҡын, татар телендә 16 эш килгән.

Конкурс «Шоңҡар» һәм «Толпар» йәштәр журналдары ҡатнашлығында уҙғарыла, ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы шиғырҙары һәм хикәйәләре ошо баҫмаларҙа донъя күргән.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы 15-30 ноябрҙә була, унда  Өфөлә Яҡутстан, Татарстан һәм Ҡабарҙы-Балҡар яҙыусылары ла килә. Лауреаттарға дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырыла. Конкурстың приз фонды 200 мең һум тәшкил итә.

«Хәҙер Башҡортостандың йәш әҙәбиәте күтәрелеш кисерә, — тине республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов. — Беҙ үткәргән конкурс шуны күрһәтте».

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-31/v-bashkirii-zavershilsya-priyom-rabot-na-konkurs-molodyh-literatorov-asysh-3500046

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика