
Башҡортостанда тәүге тапҡыр республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге класс асылды. Был турала Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназияһы директоры Шайморат Тимербулатов хәбәр итте һәм тантаналы сарала төшөрөлгән фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты.
«Бөгөн Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназияһында бишенсе класс уҡыусыларын Рәхимов класына алыу тантанаһы уҙҙы. Балалар ант бирҙе, йәш рәхимовсы значоктарын таҡты, ата- әсәләр уларҙы тәмлекәстәр менән һыйланы, - тип яҙған директор социаль селтәрҙә. - Бишенселәр илебеҙҙең оло шәхесе исемен лайыҡлы йөрөтөр тип ышанам. Ҡотлайым!»
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназияһы Күмертау ҡалаһында урынлашҡан.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.