09:01 (UTC+5), 24 Октября 2023

ZAINETDIN этно-шоуы халыҡ-ара конкурста иң үҙенсәлеклеһе тип танылды

Ләйлә Аралбаева

Уҙған ял көндәрендә Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында «Voice of  Turan-2023» халыҡ-ара ҡаҙаҡ йыры фестивале үтте. Быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолған йыр конкурсында донъяның 14 иленән (Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй — Башҡортостан һәм Татарстан, Азербайжан, Польша, Белоруссия, Молдова, Грузия, Бүрәтстан, Болгария, Португалия, Испания, Аргентина) 18-35 йәшлек эстрада жанрын башҡарыусылар ҡатнашты. Улар — тәжрибәле, халыҡ-ара йыр конкурстарында уңышҡа өлгәшкән артистар.

Башҡортостан данын унда республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы, музыкант-мультиинструменталист, шоумен, ZAINETDIN этно-шоу проекты солисы Заһир Зәйнетдинов яҡланы.

—  Конкурс шарттары буйынса беренсе көндә ҡатнашыусылар ҡаҙаҡ сәнғәте оҫталары менән ҡаҙаҡ телендә дуэт йырланы. Икенсе көндә улар үҙҙәренә оҡшаған ҡаҙаҡ йыры менән яңғыҙ сығыш яһаны. ZAINETDIN Шымкент аккордеонсыһы Мәхмүт Урумбаев менән йыр башҡарҙы, — тип һөйләне ойоштороусылар.

Конкурста яҡташыбыҙҙың сығышы «иң үҙенсәлекле сығыш» тип билдәләнде һәм уға диплом, аҡсалата бүләк тапшырылды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-24/etno-shou-zainetdin-iz-bashkirii-na-mezhdunarodnom-konkurse-priznano-samym-originalnym-3490767

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика