06:51 (UTC+5), 24 Октября 2023

«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте биш көндә 3,5 миллион һум аҡса йыйҙы

Ләйлә Аралбаева

19 октябрҙә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте ҙур экрандарға сыҡты. Биш көндә 3,5 миллион һум аҡса йыйылды.

— Билеттарҙы август аҙағында уҡ һата башланыҡ, ошо ваҡыт эсендә — 2,5 миллион һум, тәүге аҙнала тағы 1 миллион һум йыйҙыҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ»ға Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев.

Йәнһүрәтте республика етәксеһе булышлығында һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә Өфөнөң «Муха» студияһы төшөргән. Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр илебеҙ халыҡтарының хәрби ҡаһарманлығы йылъяҙмаһының героик биттәрен сағылдырған йәнһүрәтте федераль кимәлдә танытыуҙың мөһимлеген билдәләне. Тамашасылар 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың тарихы менән таныша. Боронғо Рим аллаһы  һымаҡ уҡтан оҫта атҡандары өсөн тап француздар уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт атлыларын «төньяҡ амурҙары» тип йөрөтә башлай.

Проектта бик күп билдәле кешеләр ҡатнаша. Продюсерҙар араһында Артур Абдрахманов, Юнир Әминевтан тыш, рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев та бар. Екатерина II — Лилиә Ғүмәрова, ә Александр I Асҡар Абдразаҡов тауышы менән һөйләй. Шулай уҡ фильмда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, популяр комментатор Азамат Моратов, күренекле йырсылар Иҙрис Ғәзиев (Ҡылысбай) һәм Нәзифә Ҡадированың (Ҡылысбайҙың ҡатыны) тауыштары яңғырай. Ә йәш яугир Ғәбиттең тауышын балалар шунда уҡ таныған.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-24/multfilm-severnye-amury-posle-pyati-dney-prokata-sobral-3-5-mln-rubley-3490437

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика