07:29 (UTC+5), 20 Октября 2023

Өфөлә билдәле композитор Салауат Низаметдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Ләйлә Аралбаева

19 октябрҙә Өфөлә күренекле композитор Салауат Низаметдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала Башҡортостандың композиторҙар Союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева, Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт бүлеге етәксеһе Гүзәл Сөләймәнова, Дәүләт Йыйылышы депутаты Флүр Нурлығаянов, Хор капеллаһы етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, композиторҙың хәләл ефете Рәзиҙә Низаметдинова, ҡыҙы Ләйсән һәм уның яҡындары ҡатнашты.

Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған мемориаль таҡтаташ Ленин урамындағы 162-се йортҡа ҡуйылды. 1997-2003 йылдарҙа композитор ғаиләһе менән ошонда йәшәгән.

Киләсәктә Өфө скверҙарының береһенә композиторҙың исемен бирергә уйлайҙар. 14 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театрында «Ай тотолған төндә» операһының премьераһы күрһәтелә. Башопераның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, театрға 85 йыл тулған көндә ул театрлаштырылған тамаша булһа, 2024 йылдың репертуарына опера итеп индерелә.

Салауат Низаметдинов (1957-2013) — билдәле башҡорт композиторы, уның бөтә тормошо сәнғәткә ғәжәйеп хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора. Ул сағыу музыкаль мираҫ ҡалдырҙы: һигеҙ опера, симфоник, камера, хор әҫәрҙәре, 200-ҙән ашыу йыр һәм романс. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барҙы, 2005-2009 йылдарҙа Башҡортостандың Композиторҙар союзы етәксеһе булды. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге, Рәсәйҙең Композиторҙар союзы премияһы лауреаты.

2014 йылда Мәскәүҙә Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә студенттар араһында башҡорт йыры фестиваль-конкурсы уҙҙы. Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә уның композитор Виктория Симонова һүҙҙәренән яҙып алынған «Исповедь» китабы донъя күрҙе. 2014 йылда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына композиторҙың исеме бирелде. 2016 йылда композиторҙың ҡәберенә Рөстәм Сакаев эшләгән һәйкәл ҡуйылды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-19/v-ufe-ustanovili-memorialnuyu-dosku-vydayuschegosya-kompozitora-salavata-nizametdinova-3485376

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика