14:26 (UTC+5), 13 Октября 2023

Режиссер Булат Йосопов хәрби-патриотик фильм төшөрә башлай

Ләйлә Аралбаева

Башҡорт режиссеры Булат Йосопов балалар һәм йәштәр өсөн ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Фәрзәнә көнбайышҡа атлай» тигән хәрби-патриотик фильм төшөрөү эшенә тотондо. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Учалы үҫмерҙәре фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән Украинаға 400 баш һыйырҙы ҡыуып алып киткән.

Әле фильмға әҙерлек бара. Уны 2024 йылдың февраль-март айҙарында төшөрә башларға уйлайҙар.

Сценарий авторы — драматург Баныу Ҡаһарманова, жанры — тулы метражлы нәфис тарихи фильм. Премьераны авторҙар 2025 йылдың 9 майына планлаштыра.

«Был фильм илебеҙ өсөн һынылышлы йылдарҙа совет тылы темаһын асыуы менән үҙенсәлекле, картина геройҙары — балалар. Тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың ҡаһарманлығына арнала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов.

Фильмды А.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы менән берлектә төшөрәләр. Продюсерҙар Юнир Әминев, Леонид Филинов тамашасыларға ҙур өмөттәр бағлай.

Проект командаһы кастингты ике турҙа уҙғарырға әҙерләнә, беренсеһе онлайн булыр тип көтөлә. Унда һәр кем ҡатнашырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-13/bashkirskiy-rezhisser-bulat-yusupov-pristupaet-k-s-emkam-voenno-patrioticheskogo-filma-3477244

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика