07:27 (UTC+5), 12 Октября 2023

Будапешта Х Халыҡ-ара театр олимпиадаһында Башҡорт драма театрының спектакле күрһәтелде

Фото: М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Будапешта (Венгрия) Х Халыҡ-ара театр олимпиадаһында «Джут» спектакле ҙур уңыш менән барҙы. Ошондай күләмле мәҙәни сарала Рәсәйҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ғына сығыш яһаны. Туҡһан биш ғариза араһынан тап Башҡорт театрының спектакль һайлап алынды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спектаклде ҡаҙаҡ сығышлы Рәсәй драматургы Олжас Жанайдаровтың әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән. Хәл-ваҡиғалар уҙған быуаттың 30-сы йылдары башындағы ҡот осҡос аслыҡ осоронда Ҡаҙағстанда бара. Уның премьераһы Өфөлә 2015 йылда булды.

«Джут» спектакле башҡортса барҙы, текст рус һәм венгр телдәренә тәржемә ителде. Венгрия тамашасылары спектаклде йылы ҡабул итте һәм актерҙарҙы алҡыштарға күмде, — тип хәбәр итте театрҙың матбуғат секретары Динара Ҡәйүмова. — Абруйлы театр форумында ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ!».

Спектаклдән һуң матбуғат конференцияһы уҙҙы, унда «Джут» спектакле тураһында фекер алыштылар, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының тарихы, республиканың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында һөйләнеләр. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев конференцияла ҡатнашыусыларға башҡорттарҙың венгрҙар менән тарихи тамырҙары булыуы тураһында бәйән итте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнис Рәхмәтов ҡурайҙа «Урал» көйөн уйнап ишеттерҙе.

Театр директоры Иршат Фәйзуллин Венгрия милли театрының художество етәксеһе Атилла Виднянскийға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың һәм Башҡорт драма театрының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-12/v-budapeshte-spektakl-bashkirskogo-dramteatra-pokazali-na-h-mezhdunarodnoy-teatralnoy-olimpiade-3475280

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика