
Республика көнө алдынан әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Залда Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре – премия буйынса комиссия ағзалары, уларҙың остаздары йыйылды. Тантананы Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин асты.
Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ булған лауреаттар:
Кристина Андрианова — «Триста сарматов», «Пятьдесят пять историй одного толмача» шиғри йыйынтыҡтары һәм нәфис тәржемәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн;
Лиана Мкртчян, Резеда Таһирова — һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Минең Ватаным — минең ерем» ижади проекты өсөн;
Илнур Хәйруллин — башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалағаны һәм милли уйын ҡоралы ҡурайҙы популярлаштырғаны өсөн.
Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге премия 30 йылға яҡын тапшырыла. Ошо йылдар эсендә 94 кеше премияға лайыҡ булған. Улар иҫәбендә – талантлы шағирҙар, яҙыусылар, рәссамдар, режиссерҙар, артистар, архитекторҙар. Күптәре республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле. Улар араһында балерина Гүзәл Сөләймәнова, кинорежиссерҙар Булат Йосопов, Айнур Асҡаров, композитор Урал Иҙелбаев, пианистка, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, «Арғымаҡ» төркөмө, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов һәм башҡалар бар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.