12:21 (UTC+5), 06 Октябрь 2023

Өфөлә «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Фото: конкурсты ойоштороусыларҙан
Ләйлә Аралбаева

Тиҙҙән Башҡортостандың баш ҡалаһында сираттағы милли йыр байрамы — 13-сө тапҡыр «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үткәрелә.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестивалгә башҡорт һәм татар телдәрендә йырҙар башҡарыусы ижади юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар һәм студенттар саҡырыла. Халыҡ, эстрада, академик һәм автор йыры номинацияларында ҡатнашырға мөмкин. Балалар номинацияһында 6 йәше тулған йәш башҡарыусыларҙы көтәләр.

Конкурстың шарттары менән танышыу өсөн ошо һылтанма буйынса үтергә һәм ғариза тултырырға мөмкин.

Быйыл жюриҙа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Флүрә Килдейәрова, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, Ҡазан дәүләт филармонияһы профессоры Зилә Сөнғәтуллина, Татарстандың халыҡ артисы, композитор Зөфәр Хәйретдинов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Фәрзәнә Сәғитова, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Урал Иҙелбаев, шулай уҡ үткән йылдарҙағы «Иҙел» лауреаттары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Рәфис Сирусин эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-06/v-ufe-konkurs-bashkirskoy-i-tatarskoy-pesni-idel-prinimaet-zayavki-3468175

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика