12:27 (UTC+5), 05 Октября 2023

«Килен» спектакленең премьераһы: Башҡорт драма театры яңы исемдәр аса һәм киҫкен теманы күтәрә

Фото: Руслан Юлтаев - М.Ғафури исемендәге драма театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Заһиҙә Мусинаның әҫәре буйынса «Килен» спектакленең премьераһын күрһәтте. Республиканың төп театры тамашасыларҙы 25 йәшлек автор менән таныштырҙы. Яҙыусы премьераға әсәһе менән килгәйне. Спектакль башланыр алдынан китап һатыу ойошторолдо, Заһиҙә Мусинанан автограф алыу өсөн сират теҙелде.

— Спектакль китапҡа ҡарағанда яҡшыраҡ. Беренсе булып әйтәм! Премьераға тиклем сәхнәлә нимә күрһәтерҙәрен белмәнем. Оло ҡәнәғәтлек алдым! Музыка, төҫтәр, декорациялар, актерҙарҙың уйнауы — геройҙарымдың күңелен аҫтын-өҫкә килтерҙеләр һәм йөрәк төпкөлөндәге әрнеү-һыҙланыуҙарын күрһәттеләр! Мин ошо әҫәрҙе, геройҙарҙы икенсе яҡтан астым! — тип һөйләне «Башинформ»ға Заһиҙә Мусина. — Әсәйем минең эргәмдә ултырҙы, уға күтәрелеп ҡарарға ла ҡурҡтым. Үҙеңдең тормошоңа ситтән ҡарауы нисек икәнен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул да, күп тамашасылар кеүек, иланы... Спектаклдән һуң: «Мин үҙемде яңыса күрҙем», – тине. Тимәк, әсәйем оҙаҡ йылдар үҙен ғазаплаған һәм тынғы бирмәгән уйҙарынан ҡотолорға әҙер. Был иһә күңел яраларын дауалауға юл!

«Килен» спектаклендә киҫкен социаль темаларҙың береһе — ғаиләлә йәберләү темаһы күтәрелә. Бында төп героиня бәхетһеҙ әсә, уҫал ҡәйнә һәм эскесе ир баҫымы аҫтында йәшәй. Төрлө һынауҙар аша үткәс кенә, ул кескәй балалары менән ғаиләнән китергә көс таба.

Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Эльвира Юнысова, Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева, Айһылыу Йомағолова, Лилиә Ғәлина, Морат Рафиҡов һәм башҡалар ҡатнаша.

3 ноябрҙә спектакль йәнә сәхнәгә сыға.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-05/premiera-spektaklya-kilen-bashkirskiy-dramteatr-otkryvaet-novye-imena-i-podnimaet-ostruyu-temu-3466359

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика