

1 октябрҙә Халыҡ-ара музыка көнөндә эфирҙа күләмле телепроект — башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсы башлана. Проектты «Милли проекттар. Мәҙәниәт» федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы тормошҡа ашыра, тип хәбәр итә «Башинформ».
Быйыл «Елкән» телеконкурсының һайлап алыу турына 136 ғариза килгән. Конкурс турына 47 ҡатнашыусы үткән. Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен, башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға тейеш. Конкурс дүрт номинация буйынса үткәрелә: фортепиано, ҡыллы, тынлы, халыҡ музыка ҡоралдары. Финалсылар симфоник оркестр менән ҙур сәхнәлә уйнау мөмкинлегенә эйә була.
- Композиторҙарыбыҙҙың тап балалар өсөн ижад итеүе беҙҙең өсөн бик мөһим, - ти «Елкән» проектының авторы, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Уҙған йылдарҙа ойошторолған конкурстарҙың финал программаһына симфоник оркестр менән башҡарыу өсөн 20-нән ашыу үҙенсәлекле партитура яҙылды. Азамат Аҙнағолов, Урал Иҙелбаев, Илдар Хисаметдинов, Рим Хәсәнов, Әлфиә Хәбированың яңы әҫәрҙәре яңғыраны. Балалар Рафаил Ҡасимов, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилевтың пьесаларын теләп башҡарҙы. Беҙ мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға башланғысты бойомға ашырырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ.
«Елкән»дең өсөнсө миҙгелен тынлы музыка ҡоралдарында уйнаусылар башлай. 12 йәш музыкант башҡорт академик музыкаһын башҡара.
Башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың «Елкән» телевизион конкурсының өсөнсө миҙгеленең тәүге сығарылышын 1 октябрҙә киске сәғәт 6-ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарағыҙ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.