12 сентябрҙә Башҡорт опера һәм балет театры Рәсәйҙең Ҙур театрында сығыш яһаны. Өфө артистары театрҙың тарихи сәхнәһендә Николай Римский-Корсаковтың «Садко» операһын тәҡдим итте. Премьераға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны, тип хәбәр итә «Башинформ».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт опера һәм балет театрында спектаклдең премьераһы былтыр ноябрҙә булғайны.
Операны ҡуйыусы дирижер — К.С. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыка театрының баш дирижёры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Феликс Коробов. Ҡуйыусы рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иван Складчиков. Ҡуйыусы хормейстер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Алексеев. Ҡуйыусы хореограф — Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ирина Филиппова. Яҡтыртыу буйынса рәссам — Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Вторникова.
Мәскәү тамашасыһына үҙенең премьера спектаклдәрен күрһәтеү Башҡорт опера һәм балет театры өсөн йолаға әүерелде. Рәсәйҙең Ҙур театрының тарихи һәм яңы сәхнәләрендә «Фауст» (2019), «Аттила» (2020), «Дон Кихот» (2021) һәм «Vita Nuoхa» (2022) опералары башҡарылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.