Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Рәсәй киноһы көнө айҡанлы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының «Муха» студияһы менән бергә төшөргән «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмы күрһәтелде.
Тамашасыларҙы фильмдың геройҙары фойела уҡ ҡаршы алды, һәр кем улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Фильм менән продюсерҙар Артур Абдрахманов, киностудия директоры Юнир Әминев һәм рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев таныштырҙы. Йомағужа батыр, аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан менән Усман, йәш егет Ғәбит, яугир ҡыҙ Агдалияның батырлығы тураһында тарихтар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
«Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы анимация фильмы 31 августан Башҡортостанда киң прокатҡа сыға, ә 12 октябрҙән уны тотош илдә күрһәтә башлайҙар. Фильм рус һәм башҡорт телдәрендә, шуға тамашасылар ике телдең береһен һайлап ҡарарға мөмкин.
Йәнһүрәттә 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың тарихы бәйән ителә. Йәйә, уҡ менән ҡоралланған башҡорт атлыларын француздар уҡтан оҫта атҡаны өсөн боронғо Рим аллаһы менән менән сағыштырған һәм «төньяҡ амурҙары» тип атаған.
Күләмле проектҡа бик күп билдәле шәхестәр йәлеп ителгән. Мәҫәлән, Екатерина II — Лилиә Ғүмәрова, ә Александр I Асҡар Абдразаҡов тауышы менән һөйләй. Шулай уҡ фильмда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, популяр комментатор Азамат Моратов, күренекле йырсылар Иҙрис Ғәзиев (Ҡылысбай) һәм Нәзифә Ҡадированың (Ҡылысбайҙың ҡатыны) тауыштары яңғырай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.