12:38 (UTC+5), 25 Августа 2023

Башҡортостандан рәссам «ФормART» урам сәнғәте фестиваленең финалына сыҡты

Әлшәй районынан рәсем уҡытыусыһы Руфь Бикмаева үҙенең «Белем юлдары» граффитиһы менән «ФормART» Волга буйы федераль округының урам сәнғәте фестиваленең финалына сыҡты. Был граффити Өфөләге Мәғарифты үҫтереү институты бинаһын биҙәп тора.

Хәҙер яҡташыбыҙ аҡсала приз һәм конкурстың төп наградаһы — 2024 йылда Киров ҡалаһы йорттарының береһенә үҙенең эскизын төшөрөү мөмкинлеге өсөн көрәшә. Фестиваль еңеүсеһен бөгөн кис formartpfo.ru сайтында тура эфирҙа билдәләйәсәктәр.

«Композицияның уртаһында стилләштерелгән ваҡыт ҡуласаһы, уның уҡтары тарихи үткәнебеҙҙе төрлө дәүерҙәргә бүлә. Ҡағыҙ ҡош (оригами) үткәндәрҙән һабаҡ алып, киләсәккә, билдәһеҙлеккә оса», — тип яҙҙы рәссамдың ижади эше хаҡында «Башинформ» агентлығы.

«ФормАРТ»та бөтәһе 119 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, ә финалға 14 эш һайлап алынған. Уларҙың барыһы ла «Белем көсө» темаһына һәм Рәсәйҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылына арнала.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика