11:25 (UTC+5), 24 Августа 2023

Өфөлә балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре хаҡында «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» фильмы төшөрөлә башланы

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә арналған «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» тулы метражлы художестволы фильмы төшөрөлә башланы. Уның нигеҙендә — билдәле башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма мине, әсәй!» повесы.

Съемканың тәүге көндәре Иглин районының Охлебинин ауылында үткән. Унда, фильмдың тәүге майҙансығында, сиркәү янында кинематографистар, йолаға ярашлы, тәрилкәне ярған. 

Рус телендәге фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан төшөрөлә. Китап буйынса сценарийҙы Мәғәфүр Тимербулатов яҙған. Фильмды тәжрибәле режиссер Вилюрә Иҫәндәүләтова төшөрә — тулы метрҙа был уның дебют кинокартинаһы.

Төп ролдәрҙә Ансар Шәйәхмәтов, Григорий Казаков, Семен Шарыгин, Сәйҙә Әминева, Эльмира Юлдашева уйнай. Шулай уҡ съемкаларҙа билдәле башҡорт актерҙары Алмаз Әмиров, Фирғәт Ғарипов, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма мине, әсәй!» автобиографик әҫәре балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең ауыр яҙмышы хаҡында. Повесть бик күп телдәргә тәржемә ителгән, уҡыу программаларына индерелгән, бестселлер тип иғлан ителгән. Әҫәр буйынса ҡуйылған спектаклдәр Башҡортостан, Татарстан, Бүрәт, Ҡалмыҡстан республикалары һәм Ҡаҙағстан театрҙарында ҙур уңыш менән бара.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-24/v-ufe-startovali-s-yomki-filma-o-detdomovtsah-ne-ostavlyayte-nas-3402247

1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика