12:24 (UTC+5), 23 Август 2023

Санкт-Петербургта башҡорт әҙәбиәте классигы Ғәлимов Сәләмдең исеме мәңгеләштереләсәк

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың Дәүләт академия капеллаһында билдәле башҡорт шағиры, Көньяҡ Уралда тыуып үҫкән Сәләм Ғәлимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте.

Ҡатнаш режимда уҙған фекер алышыу майҙансығында Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев, Санкт-Петербургтың Милләттәр йорто директоры Алексей Карлов, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы (конгрессы) рәйесе Гөлназ Ибраһимова, шулай уҡ йәмәғәтселәр, ғалим һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында Ғәлимов Сәләм ерләнгән урынды эҙләү мәсьәләләре, Өфө һәм Санкт-Петербург архивтарында булған документтарҙан яңы мәғлүмәттәр ҡаралды. Спикерҙар шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Сосновка районында классиктың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса алып барылған эш хаҡында һөйләне.

“Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, урындағы башҡорттар ҡоролтайы күренекле башҡорт эшмәкәрҙәренең хәтерен мәңгеләштереүҙә даими рәүештә ярҙам күрһәтә. Был тарихты тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән бик мөһим эш, бигерәк тә үҫеп килгән быуын өсөн. 2021 йылда Ғәлимов Сәләм ҡәберен табыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән беҙгә Сосновка районының «Камин янында» район әҙәби берекмәһе етәксеһе Урал Ҡолошов мөрәжәғәт итте. Ул ваҡытта шағирҙың 1939 йылда Санкт-Петербургта вафат булыуы һәм ҡәбере Волхов лютеран зыяратында булыуы ихтималлығы билдәле ине.

Архив документтары менән эшләгәндән һуң, Өфөләге һәм Санкт-Петербургтағы тикшеренеүселәр ҡәбер ташы ҡуйылған урынды асыҡлай алды”, - тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса архив документтарын асыҡлау буйынса тикшеренеүселәрҙең эш төркөмөн булдырыу, шулай уҡ фото һәм видео материалдар, Ғәлимов Сәләмдең замандаштарының көндәлектәрен асыҡлау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Рәсми өлөштән һуң түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Волхов лютеран зыяратында Ғәлимов Сәләм ерләнгән урынға юлланды. Мөғжизә менән һаҡланып ҡалған архив фотоһүрәте буйынса уның ерләгән урынын тоҫмаллау мөмкинлеге бар. Ҡәбер Альфред фон Беккер (1847 - 1907) һәм Вилгельм фон Беккер (1812-1847) тигән кешеләрҙең ҡәберҙәре эргәһендә булырға тейеш.

“Санкт-Петербургта Сәләм Ғәлимовтың хәтерен мәңгеләштереү йәмәғәтселек тарафынан ыңғай баһаланасаҡ, сөнки халыҡ хәтерендә ул башҡорт художестволы әҙәбиәтен булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур роль уйнаған шағир булараҡ ҡалған. Уның ҡәбере ижадын һөйөүселәрҙең изге урынына әүерелеүе ихтимал”, - тип билдәләй Әлфир Байымов.

1 из 8

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күренекле ватандаштарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында Һамар өлкәһендә күренекле ғалим, башҡорт телендәге тәүге дәреслектәрҙең береһе, юғары уҡыу йорттары өсөн беренсе орфография һүҙлеге һәм башҡорт теле дәреслеге авторы Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл ҡуйылды; Пермь крайының Барҙа районында «Ата-бабаларҙың алтын китабы» китаптарынан торған арт-объекттар аллеяһы асылды, ул Ғәйнә башҡорттары тураһындағы монументаль тарихи комплекстың дауамы булып тора; 20 йыл дауамында Ғәйнә волосы старшинаһы, Уложенный комиссия депутаты, Уралдағы эре руда сәнәғәтсеһе булған Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст ҡуйылды. Ә ағымдағы йылдың сентябрендә Пермь крайында XVIII быуаттағы башҡорт руда сәнәғәтселәренең береһенә, Рәсәйҙәге беренсе техник юғары уҡыу йортона нигеҙ һалыусы Исмәғил Тасимовҡа һәйкәл асыу планлаштырыла.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика