16:52 (UTC+5), 21 Августа 2023

Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк

25 августан 27 авгусҡа тиклем Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк, тип хәбәр итте БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров. Күләмле сара барышында Башҡортостандың иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштырасаҡтар, башҡорт еңел сәнәғәте модаһын, тауарҙар йәрминкәһен һәм «Ҡаҙ һәм бал» гастрофестивален күрһәтәсәктәр. Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Ленинград өлкәһенең эшҡыуарҙары менән бизнес-осрашыуҙар көтөлә.

Бынан тыш, республика көндәрендә БР Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, БР Милли симфоник оркестры һәм «Йатаған», «Хазина» һәм «Зәйнетдин» этно-проекттары ҡатнашлығында «Башҡортостан дуҫтарын йыя» концерты үтәсәк.  Билдәле йырсылар Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың, Николай Басковтарҙың сығыш яһауы көтөлә.

Байрам барышында БР-ҙың туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләйәсәк. Сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға республика режиссерҙары фильмдары — «Алдар и серы волк», «Ни пуха ни пера», «Охотник Юлдыбай», «Из Уфы с любовью» һәм «Отряд Таганок» кеүек кинокартиналар күрһәтеләсәк.

«Был бик ҙур сара, бында иҡтисад-ара һәм гуманитар мөнәсәбәттәргә бәйле мөһим һорауҙар ҡараласаҡ, Эрмитаж, Арктика һәм башҡа музейҙар менән бәйләнеш булдырыласаҡ, парктарҙы төҙөкләндереү буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр буласаҡ. Был мөһим ваҡиға», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бынан алда «Башинформ»  Мәскәү өлкәһенең Архангельское музей-ҡурсаулығы биләмәһендә республика көндәре үтәсәге хаҡында хәбәр иткәйне.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика