12:56 (UTC+5), 16 Августа 2023

Башҡортостан хөкүмәтенең журналистар премияһы биш тапҡырға арттырылды

Башҡортостан хөкүмәте йыл һайын республиканың иң яҡшы журналистарына бирелгән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия күләмен биш тапҡырға — 100 мең һумдан 500 мең һумға тиклем арттырҙы. Тейешле хөкүмәт ҡарарына төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Документҡа ярашлы, хәҙер журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәр ижад итеүсе һәм премияға лайыҡ булған ҡәләм оҫтаһына «Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаты» исеме, диплом, түшкә таға торған билдә һәм 500 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырыла.

Шулай уҡ иң яҡшы әҫәр ижад итеүсе һәм премияға лайыҡ булған авторҙар коллективына ла 500 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк бирелә.  

«Ҡарар 2024 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә», – тип билдәләнә документта.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта БР хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырыу комиссияһы документтар ҡабул итә. Премия 2022 йылдың сентябренән 2023 йылдың авгусына тиклем иң яҡшы әҫәрҙәр ижад итеүсе журналистарға, шулай уҡ авторҙар коллективына бирелә. 

Ғаризалар 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-16/zhurnalistskaya-premiya-pravitelstva-bashkirii-uvelichena-v-pyat-raz-3390389

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика