Башҡортостандың мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Мөхәмәтйәнов вафат булды. Уға 56 йәш булған. Ул оҙаҡ ауырығандан мәрхүм булды, тип хәбәр итә «Башинформ»-ға яҡындары.
1988 йылда Иҫәнғол балалар музыка мәктәбендә ҡурай класын асып хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ йылдан башлап район мәҙәниәт йортонда халыҡ ҡурайсылар ансамблендә лә етәксе вазифаһын үтәп, ҡыҫҡа ваҡытта өлкән быуын ҡурайсыларға алмашсы, йәштәр һәм балалар ансамблдәре ойоштора.
Айҙар Мөхәмәтйәнов С.Абдуллин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе директоры, 17 йыл дауамында Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Ейәнсура районы Советы депутаты вазифаларын башҡара.
Өфөгә күскәндән һуң Республика халыҡ ижады үҙәгендә халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы бүлегендә эшләй, ошонда уҡ мәҙәниәт йорто мөдире була, Башҡортостан республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарының Берҙәм реестрын булдырыу буйынса Эксперт советы составында эшләй.
Айҙар Зиннәт улы менән хушлашыу бөгөн Иҫәнғол ауылы, Ғарипов урамы, 22 адресы буйынса 15.00 сәғәттә үтә.
«Башинформ» тормош иптәше Миңлегөл апайҙың, улдары Азат һәм Азаматтың, барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Авторы: Ләйлә Аралбаева