Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы совет һәм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» исемле повесы буйынса яңы спектакль ҡуясаҡ. Спектаклдең премьераһы 18 октябрҙә, 91-се театр миҙгелен асыу тантанаһында була, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.
Любомир Зух 1941 йылда һуғышҡа эләккән ябай егет. Ул әле "фашисты үлтермәгән", әммә һуңғыһына тиклем Ватан өсөн көрәшергә әҙер. Әммә Тыуған иленә булған мөхәббәте ныҡлыҡ һынауын үтә, ул үҙенең беренсе мөхәббәте Мария Тереза исемле ҡыҙ менән таныша. Йәштәр араһындағы тойғо шул тиклем көслө була, һуғыш, уның ҡот осҡос афәте һәм ҡайҙалыр артта ҡала.
Мөхәббәт өсөн йәш сержант хәрби уставта ҡәтғи тыйылғанды эшләй: төндә танкта һөйгәненә бер нисә сәғәткә барып, фронт һыҙығына ебәрер алдынан хушлаша. Ул һуғыш ваҡыты закондары буйынса ауыр енәйәт ҡылыуын һәм язаға тарттырылыуын аңламай. Хөкөм ҡарары бик ҡаты, һәм быны барыһы ла аңлай. Хәрби машинаның маховигы туҡтаймы, ярлыҡау тураһында бойороҡ буламы?
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте»проекты сиктәрендә ҡуйыласаҡ.
Авторы: Ләйлә Аралбаева