
«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Оҫталар ҡалаһы» халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмә-конкурсына ҡунаҡ халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевтың 250 килограмм самаһы ауырлыҡтағы сүкеп эшләнгән һынын алып килә. Бының өсөн оҫта махсус рәүештә прицеп һатып та алған.
– Скульптураны мин өс йыл табаҡлы металдан эшләнем. Ҡорамалдарҙан тик иретеп йәбештереү аппараты, болгарка, металл ҡырҡыу һәм сүкеш кенә ҡулланылды. Бөтә эш тулыһынса ҡулдан башҡарыла", – ти оҫта.
Һөнәре буйынса Эдуард Таджидинов иретеп йәбештереүсе, үҙен һәүәҫкәр, ирекле рәссам тип атай. Элек ҡоймалар, ҡапҡалар эшләй, һуңынан башҡа әйберҙәргә тотона.
Ваҡыт үтеү менән милли геройҙы эшләү идеяһы килә. Эдуард хыялын тормошҡа ашыра башлағанға тиклем бер тапҡыр ҙа Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен күрмәгән. Фотоһүрәттәр буйынса ғына эшләй. Быйыл яҙ ғына юлда республиканың баш ҡалаһына килеп, данлыҡлы майҙанда булып ҡайтҡан.
«Башҡорт аты» фестиваленә оҫта үҙенең башҡа эштәрен дә алып килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле янында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтәсәк. Сараның маҡсаты-башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлау, халыҡ кәсептәренә һәм милли уйындарға булышлыҡ итеү.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-09/na-festival-bash-ort-aty-kuznets-iz-chelyabinskoy-oblasti-privezet-statuyu-salavata-yulaeva-3379614

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.