17:12 (UTC+5), 03 Августа 2023

Рәсәй киноһы һәм театры йондоҙо Ирина Мирошниченко вафат

Фото: © РИА Новости / Екатерина Чеснокова

3 августа театр һәм кино йондоҙо, Рәсәйҙең халыҡ артисы Ирина Мирошниченко 82-се йәшендә донъя ҡуйған. Бер нисә көн элек актриса ауыр формалағы грипп менән дауаханаға оҙатылған. Артистканы реанимацияға күсерергә булғандар.

Медикаментоз кома хәлендәге Мирошниченконы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар. Комала саҡта актрисаның йөрәге тибеүҙән туҡтаған.

Ирина Мирошниченко 1942 йылдың 24 июлендә Барнаул ҡалаһында тыуған. Тәүге тапҡыр Георгий Данелияның «Я шагаю по Москве» фильмында төшкән.

«Три сестры», «Чайка», «Вишневый сад», «Дядя Ваня», «Валентин и Валентина», «Эшелон» һәм башҡа спектаклдәрҙәге ролдәре менән билдәле. Актриса «Их знали только в лицо», «Андрей Рублев», «Дядя Ваня», «Вам и не снилось…», «Зимняя вишня»  һәм башҡа фильмдарҙа уйнаған.

1988 йылда Мирошниченкоға РСФСР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелгән. 2021 йылда ул III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-03/umerla-zvezda-rossiyskogo-kino-i-teatra-irina-miroshnichenko-3371430

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика