

Киләһе шәмбелә, 12 августа, Баймаҡ районына республиканың төрлө мөйөштәренән ҡымыҙ бешеү оҫталары йыйыла. Башҡортостанда милли эсемлеккә, уны популярлаштырыуға арналған 17-се конкурс «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале барышында уҙғарыла. Иң яҡшыларын Баймаҡ районының Граф күле буйындағы «Ҡымыҙфест» майҙансығында асыҡлайҙар, тип хәбәр итә «Башинформ».
Конкурс бер нисә этапта ойошторола. Беренсе этап ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәрен тикшереүҙе күҙ уңында тота. Улар 15 минутта 20 тест һорауына яуап бирергә тейеш. Икенсе этапта жюри ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарай, уның сифатын баһалай. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусылар менән түңәрәк өҫтәлдә ҡымыҙ етештереп һатыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана.
Конкурс йомғаҡтары буйынса чемпион-ҡымыҙ бешеүселәр һәм «Ризыҡты үҙенсәлекле биҙәү», «Иң йәш ижади ҡатнашыусы», «Иң өлкән һәм тәжрибәле ҡымыҙ бешеүсе», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинациялары еңеүселәре билдәләнә.
Ҡунаҡтарҙың Башҡортостанда етештерелгән ҡымыҙ төрҙәрен тәмләп ҡарау, башҡорт халҡының милли көнкүреше менән танышыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, илдең бөтә төбәктәренән шифалы эсемлекте һатыу майҙансығы ойошторола.
Конкурс иртәнге 10-сы яртыла башлана. Ғаризалар сайтында ҡабул ителә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.