
«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ҡунағы — нуғай йырсыһы һәм композитор, Ҡарасәй-Черкес Республикаһының халыҡ артисы, Ҡаҙағстан Республикаһының Президент оркестры ҡатнашыусыһы Арыҫланбәк Солтанбәков. Халыҡта уны Асау тип йөрөтәләр.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, мультиинструменталистың ижады нуғай милләте вәкилдәре күпләп йәшәгән Ҡарасәй-Черкес Республикаһында, Дағстанда, Чечняла, Әстрхан өлкәһендә, Ставрополь крайында, Ҡаҙағстанда, Төркиәлә киң билдәле.
Уның «Карт Кешуьв», «Неге экен-ав», «Я выбирал горячих скакунов», «Где тот день?», «Не сожалею» һәм башҡа йырҙары нуғайҙарҙың музыка мәҙәниәте хазинаһына ингән, ә уның Джамбулат Төркмәнов һүҙҙәренә ижад ителгән билдәле «Ногай Эл» йыры нуғай халҡының рәсми булмаған гимнына әүерелгән.
Асау нуғай музыка ҡоралдарының береһен — ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙгән, думбырала уйнай, нуғай һәм төрөк телдәрендә йырлай, XV-XVII быуат шиғырҙары өсөн музыка ижад иткән.
Арыҫланбәк Солтанбәковтың сығышын 12 августа «Башҡорт аты» фестивалендә тамаша ҡылырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.