07:43 (UTC+5), 01 Августа 2023

Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында яңы миҙгел «Килен» мелодрамаһының премьераһы менән асыла

Ләйлә Аралбаева

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 4 октябрҙә 104-се миҙгелен асырға йыйына, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына театрҙың матбуғат хеҙмәтенән. Тамашасыларға Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса «Килен» премьераһы тәҡдим ителә.

Мелодрама жанрындағы яңы спектакль өҫтөндә режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов эшләй. Был инде Фирғәт Рәмил улының туған сәхнәһендәге етенсе эше. Бынан тыш, уның спектаклдәре Башҡортостандың һәм Татарстандың башҡа театрҙарында ла ҙур уңыш менән бара.

Премьера 4-5 октябргә билдәләнгән. Спектакль өҫтөндә рәссам Алина Нуриманова, хореограф Сулпан Асҡарова, композитор Шәүрә Сәғитова эшләй.

Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артистары Сара Буранбаева, Эльвира Юнысова, Гүзәл Маликова, Гөлфиә Рафиҡова, Ирек Булатов, актерҙар Лилиә Ғәлина, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Айһылыу Йомағолова, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Айнур Ғәбитов ҡатнаша.

Яңы спектаклдә мөхәббәт, ғаилә, ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәр темалары ҡуҙғатыла, улар һәр ваҡыт көнүҙәк. Сюжет үҙәгендә − ҡатын-ҡыҙ бәхете хаҡында хыялланған йәш ҡыҙ. Ошо бәхеткә ирешер өсөн уға күп һынауҙар аша үтергә тура килә.

Июлдә повесть Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә айырым китап булып донъя күрҙе. Был иһә йәш яҙыусы һәм журналистың беренсе китабы. Китапта ошо уҡ исемдәге повесть һәм тағы ла бер нисә әҫәр бар. Заһиҙә Мусинаның шау-шыу тыуҙырған «Килен» повесы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әҫәр авторҙың әсәһенең тормошонда булған хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылған.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-01/bashkirskiy-dramteatr-imeni-gafuri-otkroet-sezon-premieroy-melodramy-snoha-3367576

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика