

Әлшәй районының Һарыш ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысованың 75 йыллығына арналған шиғриәт байрамы үтте, тип хәбәр итә «Башинформ».
Был көндө Дим буйында Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының шиғырҙарына яҙылған шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Юбиляр үҙе лә, барыһын да хайран ҡалдырып, бик шәп бейене.
Шағирәне ҡотларға район һәм ауыл власы вәкилдәре, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, рәйес урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, журналист һәм шағирә Гөлнур Ҡыуатова һәм башҡалар йыйылды. Гөлфиә Юнысова һәр саҡ йылы ҡаршы алған һәм ижадҡа илһамландырған яҡташтарына үҙенең китаптарын бүләк итте. Әҫәрҙәрендә ул тыуған ерен, Дим буйҙарын, ауылдаштарын данлай.
— Гөлфиә Юнысова башҡорт әҙәбиәте өсөн өлгөлө, ябай булмаған шәхес, - ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. - Ул 1965 йылда 17 йәшлек уҡыусы ҡыҙған хат-фатиха яҙған остазы Рәми Ғариповтың өмөтөн аҡланы: «Уңыштарың менән маһаймаҫҡа, ә күберәк эшләргә, ышаныс һәм ғәҙеллек менән халҡыңа хеҙмәт итергә». Күреүебеҙсә, 75 йәшендә лә ул үҙенең остазы Рәми Ғариповтың аманатына тоғро ҡалды һәм хәҙер үҙе бик күп йәш шағирҙарҙың остазы булып тора. Рәсәй Юғары Советы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты булған саҡта Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы һайлаусыларҙың наказдарын намыҫ менән үтәне, 20 йыл арымай-талмай «Башҡортостан ҡыҙы» журналы коллективын етәкләне. Беҙ, уның ҡәләмдәштәре, ғорурланып: «Гөлфиә, артабан да күңелең йырлап торһон!» – тибеҙ.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.