14:11 (UTC+5), 27 Июля 2023

Башҡортостанда күренекле йырсы Хәниә Фәрхиҙе иҫкә алалар

Фото: Ләйлә Аралбаева
Альмира Давлетбаева

27 июлдә йырсының тыуған яғы Тәтешле районында ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән легендар йырсы Хәниә Фәрхиҙе (Биктаһирова) иҫкә алалар. Тамашасыларҙың һөйөүен яулаған йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисының вафатына алты йыл тулды.

Хәниә Фәрхиҙең (1960- 2017) репертуарында 300-гә яҡын йыр бар ине, улар иҫәбендә - «Әлдермешкә ҡайтам әле», «Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә», «Онотолор тимә», «Ҡышҡы сейә» кеүек хиттар һәм башҡалар. Яҡташыбыҙҙың ижадын яратҡан һәм ихтирам иткән һәр кем йырсының һәйкәленә килеп, сәскәләр һалырға мөмкин. Бөгөн иртәнән үк район мәҙәниәт һарайы майҙанында уның популяр йырҙары яңғырай.

«27 июль талантлы йырсының ижадын һөйөүселәр өсөн ҡара көн булды. Беҙ Хәниә Фәрхи тураһында яҡты иҫтәлекте күңелдәрҙә һаҡларбыҙ, сөнки уның йырҙары — беҙҙең йөрәктә», — тип билдәләнеләр район мәҙәниәт идаралығында.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-07-27/v-bashkirii-vspominayut-legendarnuyu-pevitsu-haniyu-farhi-3359224

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика