15:44 (UTC+5), 27 Июля 2023

Башҡортостанда халыҡ шағиры Роберт Миңнуллиндың хәтер кисәһе уҙа

Фото: Ләйлә Аралбаева
Ләйлә Аралбаева

28 июлдә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында Татарстандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роберт Миңнуллиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған әҙәби кисә була. «Исәнмесез, җилләр, туган җирләр!» исемле сара шағирҙың тыуған төйәгендә, ауылдың Үҙәк китапханаһында ойошторола.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов хәбәр итеүенсә, иҫтәлекле сараларҙа абруйлы ҡунаҡтар: шағирҙың  хәләл ефете, ҡыҙы (Р. Миңнуллин исемендәге фонд етәксеһе) һәм туғандары, Мәҙәниәт министрлығы, район етәкселеге, Башҡорт ҡоролтайы, ике республиканың яҙыусылар ойошмаһы вәкилдәре, журналистар ҡатнаша.

Ҡунаҡтарҙы райондың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу күҙаллана. Шағирға арналған музейҙа әле төҙөкләндереү эштәре бара.

Сара барышында онлайн-конкурста ҡатнашыусыларҙы бүләкләү һәм рәхмәт хаттарын тапшырыу ҡаралған. Шағирҙың тауышы яңғыраясаҡ. Онлайн-конкурста ҡатнашыусылар Роберт Миңнуллин тураһында эссе-уйланыуҙарҙан өҙөктәр менән сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар башҡарыласаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-07-27/v-bashkirii-proydet-vecher-pamyati-narodnogo-poeta-roberta-minnullina-3359790

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика