Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
97
+0.5
102.1
+0.12
93.24
+0.14
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Июль , 16:30

Быйыл Санкт-Петербургта тәүге тапҡыр Илдар Абдразаҡовтың фестивале асыла

Илдар Абдразаҡов фондының матбуғат хеҙмәте
Фото:Илдар Абдразаҡов фондының матбуғат хеҙмәте

Быйыл Санкт-Петербургта беренсе тапҡыр Илдар Абдразаҡовтың VI Халыҡ-ара музыка фестивале асыла. Тантаналы гала-концерт 25 сентябрҙә Мария театрының (Мария-2) яңы сәхнәһендә була, тип хәбәр итә «Башинформ».

Илдар Абдразаҡов фонды хәбәр итеүенсә, кисәнең программаһында — фестивалдең художество етәксеһе, донъяның сағыу басы Илдар Абдразаҡов һәм заманыбыҙҙың күренекле тенорҙарының береһе, Мексика солисы Рамон Варгас башҡарыуында рус һәм сит ил композиторҙарының ариялары, дуэттары.

Гала-концертта шулай уҡ Мария театрының опера солистары һәм Мария театрының симфоник оркестры ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Абдразаҡовтың беренсе халыҡ-ара музыка фестивале 2018 йылда Өфөлә йырсының ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуға арналды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-07-26/v-etom-godu-festival-ildara-abdrazakova-vpervye-otkroetsya-v-sankt-peterburge-3357228

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в