
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романы буйынса спектакль сәхнәләштерергә әҙерләнәләр. Инсценировка өҫтөндә театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм драматург Әнгизә Ишбулдина эшләй. Роман-пенталогияла бер быуатҡа яҡын тарихы булған башҡорт ғаиләһе хаҡында һүҙ бара.
- Премьера көнө әлегә билдәһеҙ, артистар отпускынан сыҡҡас, репетицияларҙы башлайбыҙ. Төп баҫым Фәүзиәнең ғаиләһенә яһала, бер юлы әллә нисәмә сюжет һыҙығы үрелеп килә. Сәхнәлә ваҡиғалар кулактарҙы һөргөнгә ебәреү осоронан башланып китә, артабан - һуғыш һәм һуғыштан һуңғы, СССР тарҡалғанға тиклемге йылдар. Ә романдың аҙаҡҡы бүлеге ҡаралмай, бәлки, һуңғы һүҙ булараҡ күрһәтелер, - тине театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов.
Әлеге ваҡытта театр актерҙары «Бөйрәкәй менән бергә ял итәбеҙ» тигән флешмоб иғлан иткән. Улар йәйге отпуск мәлендә лә «Бөйрәкәй» романынан айырылмай.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.