

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия документтар ҡабул итеү хаҡында белдерә. Положениеға ярашлы, премиялар 2022 йылдың сентябренән 2023 йылдың авгусына тиклем донъя күргән иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына тапшырыла.
Республика Журналистар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, премияға репортаждар, очерктар, документаль повестар һәм публицистик мәҡәләләр; теле- һәм радиотапшырыуҙар; республика, Рәсәй йәки сит ил баҫмаларында йә иһә электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан фотоһүрәттәр; айырым китап булып нәшер ителгән материалдар тәҡдим итергә мөмкин.
Эштәр 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 111-се офис (Матбуғат йортоноң 1-се ҡаты). Телефон (347) 276-42-66.
Конкурста ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Журналистар союзының сайтында алырға мөмкин.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, журналистар өсөн премияның суммаһы 500 мең һумға тиклем арттырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.