Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Артур Нәзиуллин, уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһап, Өфөнөң Совет майҙанында симфоник опен-эйрҙар ойоштороласағын хәбәр итте. Видеоролик коллективтың социаль селтәрҙәренә һалынған.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, «Көҙ романтикаһы» фестивале барышында асыҡ һауала ике концерт була. Башҡортостандың Дәүләт оркестрынан тыш, майҙанда Юрий Медяник етәкселегендәге Төмән филармония оркестры сығыш яһай.
Милли симфоник оркестрҙың яңы, 32-се концерт миҙгеле 1 сентябрҙә асыла. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсәйҙең билдәле пианиносыһы Екатерина Мечетинаның сығышы көтөлә.