06:43 (UTC+5), 11 Июля 2023

Башҡортостанда журналист Ризуан Хажиев исемендәге йәмәғәт премияһы булдырылды

Фото: асыҡ сығанаҡ
Алик Шакиров

Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы журналист Ризуан Хажиев исемендәге йәмәғәт премияһын булдырҙы.

Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы раҫлаған положениеға ярашлы, яңы премияның төп маҡсаты — республиканың социаль-сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни тормошон яҡтыртҡан журналистарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу, журналистар быуынының күсәгилешлеген, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, публицист Ризуан Хажиевтың хәтерен һаҡлау.

Конкурс республика, район, ҡала, берләштерелгән матбуғат киң мәғлүмәт сараларында эшләгән журналист өсөн публицистика буйынса берҙән-бер премияны күҙ уңында тота.

Материалдарҙа замандаштарыбыҙҙың образдары, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре сағылырға тейеш.

Конкурсҡа төрлө жанрҙағы материалдар — мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә китап тәҡдим ителә. 

Бер автор өс кенә эш тәҡдим итергә мөмкин.

Ризуан Хажиев исемендәге премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла.

Әҫәрҙәр Журналистар союзы ҡарамағындағы Ризуан Хажиев исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссияға (Матбуғат йорто, 111-се бүлмә) 2023 йылдың 14 июленән 2024 йылдың 25 майына тиклем ҡабул ителә (бәйләнеш өсөн телефон: 8-917-368-32-84, Журналистар союзының яуаплы секретары Мәүлиҙә Яҡупова).

Премияға лайыҡ булған журналисҡа «Ризуан Хажиев исемендәге премия лауреаты» исеме, диплом һәм 50 мең һум аҡса тапшырыла.

Журналист-публицист конкурсы еңеүсеһенең исеме киләһе йылдың 14 июнендә — Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә иғлан ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-11/v-bashkirii-uchrezhdena-obschestvennaya-premiya-imeni-zhurnalista-rizvana-hazhieva-3334875

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика