7-9 июлдә Ейәнсура районында «Ҡош юлы» республика автор йыры фестивале уҙғарыла. Быйыл фестиваль композитор, баянсы, аранжировщик, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин иҫтәлегенә арнала.
Фестивалгә йыл һайын республиканың бөтә мөйөштәренән, яҡын төбәктәрҙән, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан бардтар йыйыла.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестивалдә теләгән һәр кем ҡатнаша йәки тамаша ҡыла ала.