13:08 (UTC+5), 28 Июня 2023

Өфөлә Белоруссия йырсыһы Ирина Дорофеева «Тыуған яҡ» йырын башҡортса башҡарҙы

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Ирина Дорофеева Башҡортостан халҡы өсөн үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең икенсе көнөндә ул арабыҙҙан иртә киткән танылған йырсы Вәсилә Фәттәхованың репертуарынан «Тыуған яҡ» йырын башҡортса башҡарҙы, тип хәбәр итә «Башинформ».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндө Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы барышында «Евразия йөрәге»ндә «Славян баҙары» фестивале уҙҙы.

— «Славян баҙары»нан сәләм менән үҙемдең белорус йырҙарына попурри әҙерләнем, улар халыҡсан, йөрәккә яҡын, ҡәҙерле, тормошта иң мөһиме — мөхәббәт тураһында. Һеҙҙең өсөн махсус бүләгем дә бар — композиторығыҙ  Урал Рәшитовтың йыры. Белеүемсә, был йырҙы Башҡортостанда бик яраталар. Уны белорус һәм башҡорт телдәрендә йырлайым, — тине артистка.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында «Славян баҙары» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәре осрашты. Программаның был өлөшөндә Белоруссияның һәм Рәсәйҙең билдәле сәнғәт оҫталары — төрлө йылдарҙа уҙған «Витебскиҙа Славян баҙары» фестивале лауреаттары һәм еңеүселәре Евгений Гор, Руслан Алехно, Алёна Ланская, шулай уҡ махсус ҡунаҡтар — «Песняры» ансамбле һәм Ингушетия Республикаһының халыҡ артисткаһы Таисия Повалий сығыш яһаны.

«Рәсәй һәм Беларусь» вокаль-хореография композицияһы башҡорт һәм белорус артистарының сағыу хеҙмәттәшлек өлгөһө булды. Был йырҙы Артем Поминов һүҙҙәренә Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамазанов ижад иткән. Ирина Дорофеева һәм Тимур Рамазанов башҡарыуындағы йыр байрамда тәүге тапҡыр яңғыраны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-28/artistka-iz-belarusi-irina-dorofeeva-v-ufe-spela-pesnyu-tugan-yak-na-bashkirskom-yazyke-3318357

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика