Бөрйән районында Ырғыҙлы ауылының 270 йыллығы уңайынан башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт үтте. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Атайсал» проекты сиктәрендә яҡташтарына йыр-моң байрамы бүләк итте.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Алтынбаев, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Гөлшат Ғирфанова ҡатнашты. Байрамдың көтөп алынған ҡунаҡтарының береһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин булды.
Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы — республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың тыуған төйәге. «Атайсал» проекты сиктәрендә ул өсөнсө йыл рәттән асыҡ һауала концерт үткәреүҙе ойоштора. Унан алдараҡ Әминә Шафиҡова ике балалар бейеү коллективына сәхнә костюмдары, «Умырзая» ансамбленә мандолиналар һәм теген машиналары бүләк иткәйне.
Бөрйән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева әйтеүенсә, Әминә Ивний ҡыҙы был юлы ла буш ҡул менән килмәгән. Ведомство етәксеһе Бөрйән районының мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йортоноң «Ағиҙел һылыуҙары» һәм «Инсебикә» бейеү коллективтарына сәхнә костюмдары бүләк итте.
— Тыуған ауылымда мәҙәниәтте үҫтереүгә ярҙам күрһәтеп, мин ҡасандыр Ырғыҙлы ауылы клубы сәхнәһендә йырлау мөмкинлеге бирелгән кескәй Әминәгә ярҙам итәм тип уйлайым, — тине Әминә Шафиҡова.
Быйыл Ырғыҙлы ауылында ойошторолған концерт Йәштәр көнөнә тура килде, шуға бында Бөрйәндән генә түгел, күрше райондарҙың халҡы ла әүҙем йыйылды.