09:26 (UTC+5), 26 Июнь 2023

Ырымбур өлкәһендә «Һабантуй» байрамы үтте

Альмира Давлетбаева

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Ибраһим ауылында «Һабантуй-2023» башҡорт мәҙәниәтенең өлкә байрамы үтте. Был сараны Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе хөкүмәте ойошторҙо.

Республика делегацияһын Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина етәкләне.

Һабантуйҙы асыу тантанаһында Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне, илебеҙ өсөн ошондай ҡатмарлы осорҙа барыһына ла берҙәмлек теләне. Һуңынан ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығының дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Ейәнсура районы вәкилдәре һабантуйҙа башҡорт милли ихатаһы, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, спорт ярыштары һәм милли уйындар ойошторҙо.

Милли көрәш һәм ат сабыштары һәр ваҡыттағыса һабантуйҙың төп йәме булды. Бынан тыш, ҡунаҡтар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, башҡорт милли ризыҡтарынан ауыҙ итте.

Нефтекама дәүләт филармонияһы байрам ҡунаҡтарына сағыу концерт программаһы әҙерләгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-25/v-orenburgskoy-oblasti-sostoyalsya-prazdnik-bashkirskoy-kultury-sabantuy-3313647

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика