24 июндә Өфө йәштәре Йәштәр көнөн билдәләй. Был көндө Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы буйында байрам ойошторола.
Атап әйткәндә, Өфөнөң ЛАУД төркөмө яңы альбомы менән таныштыра, шулай уҡ уларға Thomas Mraz, Basic Boy, Adette, obrazkobra, dj gabba һәм balloo ҡушыла.
Байрамда бик күп әүҙемлектәр һәм фудкорт майҙансығы эшләй. Кисен концерт көтөлә. Шулай уҡ иң шәп КВН командалар сығыш яһай.