16:29 (UTC+5), 23 Июня 2023

Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия рәссамдарының күргәҙмәһе асылды

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы алдынан М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Рәсәй һәм Белоруссия рәссамдары.Һынлы сәнғәт, графика, скульптура, биҙәү сәнғәте» күргәҙмәһе асылды. Бында 63 рәссамдың 106 әҫәре тәҡдим ителә, тип хәбәр итә Башинформ.

Музейҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә ХХ быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы рәссамдары ижад иткән һынлы сәнғәт, графика, халыҡ һәм профессиональ биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәрен күрергә мөмкин.

Әҫәрҙәр Рус дәүләт музейы (Санкт-Петербург), «Царицыно» дәүләт тарихи-архитектура, художество һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы, «РОСИЗО» дәүләт музей-күргәҙмә үҙәге, Рәсәй Рәссамдар союзы һәм шәхси йыйылмаларҙан (бөтәһе лә - Мәскәүҙән) алынған.

Күргәҙмәне ойоштороусылар — Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм «РОСИЗО» дәүләт музей-күргәҙмә үҙәге. Күргәҙмә Рәсәй төбәктәренең һәм Беларусь Республикаһының Х форумына ҡарата асылды.

Күргәҙмә 2023 йылдың 27 авгусына тиклем эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-22/v-ufe-otkrylas-vystavka-rossiyskih-i-belorusskih-hudozhnikov-3310665

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика