05:38 (UTC+5), 23 Июня 2023

Өфөлә Башҡорт драма театры актрисаһы Фирҙәүес Ғиззәтуллина ҡапыл вафат булған

Ләйлә Аралбаева

Кисә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы Фирҙәүес Ғиззәтуллина ҡапыл вафат булған. Уға 49 йәш ине, алтын юбилейына биш көн ҡалғайны.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, актриса менән шәмбе, 24 июндә, сәғәт 11-ҙән төшкө 1-гә тиклем Көньяҡ зыяратта бәхилләшергә мөмкин.

Фирҙәүес Альберт ҡыҙы 1973 йылдың 27 июнендә Сибай ҡалаһында тыуған. 2003 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләгән.

Сәнғәт институтын тамамлағас, ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһына күсенгән, унда төрлө ижади коллективтар менән рәссам сифатында хеҙмәттәшлек иткән.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Фирҙәүес Ғиззәтуллина рәссам-сценограф булараҡ М.Кәрим повесы буйынса «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (режиссер А.Абушахманов) спектаклен, 2007 йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Һаумы, әсәй!» (Гөлсирә Ғиззәтуллина, режиссер Рөстәм Хәкимов) моноспектаклен сәхнәләштергән.

Фирҙәүес Ғиззәтуллина башҡарған ролдәр: Румия («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», М.Кәрим), Герда («Ҡар королеваһы», Г.Х. Андерсен), Розаура («Кармен», П.Мериме) һәм башҡалар. Шулай уҡ ул күмәк сәхнәләрҙә уйнаған.

«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-22/v-ufe-skoropostizhno-ushla-iz-zhizni-aktrisa-bashdramteatra-firdaus-gizzatullina-3310550

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика