

2020 йылда билдәле әҙип, республиканың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминев «Сит бауыр» тигән яңы әҫәр яҙҙы. Уның жанрын ул повесть-диссертация тип билдәләне. Шул уҡ йылда повесть «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡты.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының әҙәби мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Алик Шакиров был әҫәрҙе рус теленә тәржемә иткән. Повестың тәржемәһе «Бельские просторы» журналының алтынсы һанында донъя күрҙе.
— Минәҫәрҙең башҡортсаһын уҡып сыҡтым, шунан һуң бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм, — тип һөйләй Алик Фәйез улы. — Әмир Әминев повесының төп геройы — Тәлғәт Ғәйнуллин. Ләкин бер нисә бит уҡығандан һуң Тәлғәт Ғәйнуллиндың күренекле яҙыусы Талха Ғиниәтуллин икәненә төшөнәһең. Үҙ ваҡытында уның һуғыш темаһына арналған хикәйәләрен, повестарын күп уҡыным, шуға миңә быны асыҡлау ауыр булманы. Был әҙәбиәтте яҡшы белгән һәр кемгә аңлашылалыр тип уйлайым. Талха Ғиниәтуллиндың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында повестарында төп геройҙың исеме Тәлғәт Ғәйнуллин булғанға ғына түгел, сөнки Әмир Әминев тап Талха Ғиниәтуллин яҙған повестарҙы һәм хикәйәләрҙе лә һанап үтә.
Алик Шакиров һүҙҙәренсә, «Сит бауыр»ҙы яҙыусы Талха Ғиниәтуллин тураһында документаль әҫәр тип әйтеп булмай, был иһә ысын мәғәнәһендә художестволы әҫәр, бында исемдәре үҙгәртелгән билдәле шәхестәрҙе, персонаждарҙы еңел генә танырға мөмкин.
Алик Шакировтың рецензияһы ошо уҡ һанда «Китап уҡыу даирәһе» бүлегендә баҫылған. «Сит бауыр» повесының дауамы «Бельские просторы» гәзитенең етенсе һанында сыға.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.