Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июнь 2023, 17:29

Өфөлә «Евразия йөрәге» фестиваленең икенсе көнөндә Таисия Повалий һәм «Песняры» ансамбле сығыш яһай

27 июндә, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең икенсе көнөндә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумын асыу тантанаһы була. Фестивалгә бик күп ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында тамашасыларҙы Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының һәм ZAINETDIN шоу-проектының концерт программаһы көтә. Сара Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне менән тамамлана.

Форум барышында ике ҙур сара ойошторола. «Беҙ берҙәм!» концерт программаһында ике илдең төп ижади коллективтары һәм солистары сығыш яһай. Улар – Адыгеяның «Нальмэс» дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Саха-Яҡут Республикаһының «Айархаан» этно-төркөмө, «Намгар» бүрәт төркөмө, Мәскәү казак хоры, «Бурановские бабушки» фольклор коллективы, Брянскиҙың «Бабкины внуки» рус йыры ансамбле, Луганск Халыҡ Республикаһының «Раздолье» йыр һәм бейеү ансамбле, Белоруссияның «Веселуха» ансамбле, Альбина Дегтярева, Амгаяна Нестерева, Феликс Царикати һәм башҡалар.

Башҡортостандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ҡурайсылар ансамбле, Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, «Бишбармаҡ» оркестры, Әбйәлил районының «Миләш» халыҡ фольклор ансамбле һәм башҡалар ҡатнаша.

Республикабыҙ өсөн иң ҙур бүләк – «Славян баҙары». Белоруссия ерендә ойошторолған мөһим музыкаль проект Өфөлә лә үткәрелә.

«Евразия йөрәге»ндәге «Славян баҙары»нда Беларусь һәм Рәсәй сәнғәт оҫталарының – төрлө йылдарҙағы «Витебскиҙа Славян баҙары» фестивале лауреаттары һәм еңеүселәренең сығыштарын күрергә мөмкин. Улар – Евгений Гор, Руслан Алехно, Алёна Ланская һәм башҡалар.

Махсус ҡунаҡтар – Беларусь Республикаһының «Песняры» ансамбле һәм Ингушетия Республикаһының халыҡ артисы Таисия Повалий.

Инеү ирекле.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-21/v-ufe-hedlaynerami-vtorogo-dnya-festivalya-serdtse-evrazii-stanut-taisiya-povaliy-i-pesnyary-3308796

Читайте нас