Силәбелә һабантуй уҙҙы. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры артистары һәм филармония солистары байрамды концерт программаһы менән асты.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Гагарин исемендәге парктың төп сәхнәһендә сағыу тамаша ойошторолдо. Байрам ҡунаҡтары Башҡортостан артистарының сығышын көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Сығыштарҙан һуң тамашасылар ҡатнашыусыларға матур номерҙар өсөн рәхмәт белдерҙе, улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Һабантуйҙың абруйлы ҡунаҡтары араһында Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Яримов, Силәбе өлкәһе мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ирина Анфалова-Шишкина, Силәбе башлығының социаль үҫеш буйынса урынбаҫары Сергей Авдеев, Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы депутаты, Бөтә Рәсәй һәм Силәбе өлкә билбау көрәше федерацияһы президенты, «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының Силәбе өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов, Урал төбәгенең баш мөфтөйө, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, Силәбе өлкәһенең йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ринат хажи-хәҙрәт Раев һәм башҡалар бар ине.
Байрамда аллеялар буйлап тирмәләр ҡоролдо һәм милли көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Силәбеләр башҡа халыҡтарҙың йәшәйеше менән танышты, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, хатта уҡтан атып ҡараны.