06:46 (UTC+5), 16 Июнь 2023

Сочиҙа милли байрам — һабантуй уҙҙы

Альмира Давлетбаева

Сочи ҡалаһында, Адлер районының мәҙәниәт һәм ял паркында, милли байрам — һабантуй ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы булышлығы менән Сочиҙа йәшәгән ватандаштарыбыҙ һәм ҡала ҡунаҡтары башҡорт эстрадаһы артистарының сығыштарын тамаша ҡылды. 

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина, ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Биксурин, йәш йырсы Илдар Абдуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов сығыш яһаны, Евгения Цыпина халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙы. Артистар рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Сочи ҡалаһы башҡорттары автономияһы милли ризығыбыҙ — сәк-сәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. 25 бала үҙҙәре ҡамыр йәйеп, таҫмалар итеп киҫеп, ҡайнаған майҙа бешереп, һауыттарға өйөп һалып, тәмлекәсте Рәсәй флагы төҫтәре менән биҙәне.

Һабантуй төрлө милләт вәкилдәренә күңелле ял итергә һәм уйындарҙа, ярыштарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирҙе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-16/v-sochi-proshyol-natsionalnyy-prazdnik-sabantuy-3301643

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика