12:10 (UTC+5), 14 Июня 2023

Ратмир Мәүлиев Өфө ҡалаһы журналистарын һәм барлыҡ киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Фото: Валерий Шахов

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Өфө ҡалаһы журналистарын һәм барлыҡ киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрикләне.

- Хөрмәтле Өфө ҡалаһы журналистары, баш ҡаланың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Өфө медиатармағы – ул тиҫтәләрсә төрлө баҫмалар, журналистар, хәбәрселәр, телевидение һәм радио алып барыусылары, блогерҙар.

Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән өфөләр баш ҡалабыҙҙағы хәл-ваҡиғалар тураһында белеп тора, көнүҙәк һәм кәрәкле мәғлүмәт ала. Бөгөн донъяны интернетһыҙ, телевидениеһыҙ, радио-гәзитһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Һеҙҙең ваҡиғалар араһына сумып, ҡала халҡы өсөн кәрәкле мәғлүмәт алырға әҙер булыуығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ.

Һеҙҙе байрам менән ҡотлайым һәм сағыу яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм рәхмәтле аудитория теләйем! Тыныслыҡ, һаулыҡ һәм именлек һеҙгә! Байрам менән! - тиелә ҡотлауҙа.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-14/ratmir-mavliev-pozdravil-zhurnalistov-goroda-ufy-i-vseh-rabotnikov-smi-s-professionalnym-prazdnikom-3298879

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика