
Башҡорт дәүләт филармонияһында «Башҡортостан гүзәле-2023» Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм традициялар конкурсының финалы уҙҙы. Финалда бөтәһе 18-35 йәшлек 17 гүзәл зат ҡатнашты, тип хәбәр итте «Башинформ»ға ойоштороусылар.
Гран-приҙы Ейәнсура һылыуы Илүзә Вәлитова яуланы. Еңеүсегә спонсорҙарҙан ҡиммәтле бүләктәр һәм 100 000 һумлыҡ сертификат тапшырылды.
«Russian Beauty — Bashkortostan 2023» номинацияһында гран-приға, 50 000 һумға һәм «Miss Beauty Russia 2023» Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы финалында ҡатнашыу хоҡуғына Әбйәлил районынан Зарина Йәнбирҙина лайыҡ булды.
Беренсе урынды Сибайҙан Зәлиә Миҙәтғәлина алды, икенсе урынды Сорғоттан Зөлфиә Мостафина һәм Баймаҡ районынан Гөлнара Ҡазарбаева бүлеште. Ә өсөнсө призлы урындарҙы Әлиә Хөснөтдинова (Ҡырым Республикаһы), Наҙгөл Йомашева (Силәбе өлкәһе) һәм Илнура Лоҡманова (Әбйәлил районы) яуланы.
Үҫмерҙәр араһында гран-приҙы Шишмә районынан Гөлназ Мәзитова алды һәм «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы» конкурсының финалына юллама менән бүләкләнде. Төркиәгә халыҡ-ара конкурсҡа юллама һәм 1-се урын — Эльвина Фәйрушинала, икенсе урында — Учалынан Алтынай Әхмәтова.
«Башҡортостан гүзәле» конкурсы директоры һәм режиссёры Айгөл Үтәгәнова быйылдан башлап Башҡортостанда «Йәш Рәсәй һылыуҡайы», «Miss Beauty Russia 2023» кеүек ил кимәлендәге һәм халыҡ-ара гүзәллек конкурстарының рәсми вәкиле. Көҙ көнө Өфөлә Мәскәүҙә уҙғарылған абруйлы бьюти-шоу өсөн һайлап алыу этабы була. Ә декабрҙә, ғәҙәттәгесә, иң сибәр Башҡорт Ҡарһылыуын һайлайҙар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.