12:33 (UTC+5), 07 Июня 2023

Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Ҡыҙыл майҙан» фестивалендә көмөш диплом яуланы

Ләйлә Аралбаева

Мәскәүҙә IX «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале үтте, унда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте лә ҡатнашты. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналған китап программаһында нәшриәтебеҙ дипломдарға лайыҡ булды.

Нәшриәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Айгөл Камалиеваның «Башҡорт тамбуры тылсымы» китабы өсөн нәшриәт  көмөш диплом менән бүләкләнде.

Шулай уҡ «Китап» нәшриәте ошо китапты сығарған һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен, традицияларын һәм тарихын һаҡлауға өлөш индергән өсөн Рәсәй халыҡтары йортонан рәхмәт хаты алды. Дәүләт Думаһының милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин юғары һөнәри оҫталыҡ һәм Рәсәйҙең этномәҙәни байлығын популярлаштырыуға тос өлөш индергән өсөн тағы бер рәхмәт хатына ҡул ҡуйҙы.

- Коллективтың хеҙмәтен шулай  юғары баһалауҙары бик ҡыуаныслы, артабан да илһамланып ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙҙы шатландырырбыҙ, - тип билдәләнеләр нәшриәттә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-07/bashkirskoe-izdatelstvo-kitap-na-knizhnom-festivale-krasnaya-ploschad-poluchilo-serebryanyy-diplom-3290687

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика