

3 июндә Йылайыр районында «Атайсал» проекты сиктәрендә танылған ҡурайсы, йырсы, композитор, актёр һәм драматург Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан ҡурайға һәйкәл асыу тантанаһы үтте, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Йылайыр районының мәҙәниәт бүлегенән.
«Идея һәм проект авторы — билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов. Был эште атҡарып сығыуҙа уға яҡташтары — Йылайыр ҡурайсылары ярҙам итте, — тип яҙҙы Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов. — Һәйкәл эшләп ҡуйыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм».
Шул уҡ көндө бында төрлө номинацияларҙа башҡорт музыка ҡоралдарында (ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ) уйнаусыларҙың республика конкурсы еңеүселәренең гала-концерты уҙҙы. Иң-иңдәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-04/v-bashkirii-ustanovili-pamyatnik-kurayu-3287175
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.