07:44 (UTC+5), 05 Июня 2023

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсында Гран-приҙы ҡурайсы Айнур Назаров яуланы

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Йылайыр районында атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың 95 йыллығына арналған башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы тамамланды. Проект республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтарының мәҙәниәт өлкәһендәге бренд саралары исемлегендә. Сара башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнау традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын популярлаштырыуға, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалауға йүнәлтелгән.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостандың 16 район һәм ҡалаһынан: Әбйәлил, Белорет, Федоровка, Күгәрсен, Благовещен, Баймаҡ, Өфө, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан, Өфө, Сибай, Туймазы, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Учалы ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан, Марий Эл Республикаһынан музыканттар ҡатнашты.

Ҡурайсы-солистар араһында Гран-приҙы Благовещендан Айнур Назаров яуланы. Ул 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Төрлө йәштәге ҡурайсылар араһында Илһам Юлгилдин (Йылайыр районы), Алмаз Бикмәтов (Силәбе өлкәһе), Айнур Әминев (Сибай), Илнур Хәйруллин (Өфө), Радмир Ғүмәров (Өфө) еңеүгә өлгәште.

Конкурстың иң оло ҡатнашыусылары — Марий Эл Республикаһынан 81 йәшлек Муса Нурдәүләтов һәм Стәрлетамаҡтан 71 йәшлек Фуат Юнысбаев маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Иң йәш ҡатнашыусы иһә Сибайҙан 8 йәшлек Эмиль Савинкин.

Ансамблдәр араһында беренсе урынды «Аҡбуҙат» ҡурайсылар ансамбле (Туймазы ҡалаһы), Баймаҡтан Буранбай сәсән исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбле (Баймаҡ ҡалаһы) яуланы.

Думбырала Алмас Ишмөхәмәтовҡа һәм Илмир Аҡбашевҡа (икеһе лә Өфөнән), ҡыл-ҡумыҙҙа Ләйлә Шәйәхмәтоваға (Әбйәлил районы) һәм Рушана Әбсәләмовға (Өфө ҡалаһы) тиңдәр булманы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-06-05/gran-pri-konkursa-ispolniteley-na-bashkirskih-narodnyh-instrumentah-zavoeval-kuraist-aynur-nazarov-3287941

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика